7 декабрь, Шаршамбы

04 декабрь 2014 йыл, 17:31

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә иҡтисадта дәүләтте көсәйтеү мәсьәләләре иң мөһиме – Башҡортостан Президенты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттереү тантанаһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҙур Кремль һарайының Георгий залында уҙған тантанала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары судтар етәкселәре, губернаторҙар корпусы, Федерация субъекттарының закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән төбәктәр Йәмәғәт палаталары башлыҡтары, эре киң мәғлүмәт саралары етәкселәре ҡатнашты.

Дәүләт башлығының Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов документта иң мөһиме — «ул иҡтисади үҫеш, иҡтисади база булдырыу менән бәйле мәсьәләләр, социаль бурыстар: мәғариф, һаулыҡ һаҡлауҙы хәл итеү менән бәйле мәсьәләләр», тип билдәләне.

— Яңғырап үткән эре торама пункттарҙа мәктәптәр етмәү темаһы айырым билдәләнә. Республика өсөн дә ул көнүҙәк. Атап әйткәндә, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, бер нисә ҡалала бөтөнләй мәктәптәр етмәй. Балалар икенсе сменала уҡый. Бынан тыш, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымдың көсһөҙләнеүе менән бәйле мәсьәләләрҙе билдәләр инем, — тине республика башлығы. — Бер нисә көн элек кенә был теманы республика Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса советта тикшерҙек. Бөгөн Рәсәй Президентының хоҡуҡ һаҡлау органдары, тикшереүсе контроль, күҙәтеү структуралары яғынан эшҡыуарлыҡҡа баҫымды кәметеү темаһын хуплауын сираттағы тапҡыр ишеттек. Ысынлап та, бөгөн был күренеш юҡҡа сығарылмаған. Әлбиттә, эшҡыуарҙар бик яфалана һәм тулы көскә үҙ эшмәкәрлеген асып ебәрә алмай. Бынан тыш, бюджет структураларын, ойошмаларын ныҡ контролдә тоторға һәм күҙәтергә кәрәкмәүҙе ишеттем, сөнки унда ла административ баҫым ҡарашынан ныҡ ҡына яңылышлыҡтар була. Капиталды амнистиялау менән бәйле мәсьәләләр хаҡында әйтер инем. Ысынлап та, кешеләрҙең быяла банкыларҙа һәм матрас аҫтарында ресурстары күп, ә иң мөһиме сит илдәрҙә ғәйәт ҙур ресурстар һаҡлана, улар ҡайтып илебеҙ иҡтисадына эшләргә тейеш. Был фекер бик мөһим. Аҡсаларҙы ҡайтарыу илдең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәк, был бөгөн бөтөнләй ап-асыҡ. Шулай итеп: иҡтисад, иҡтисад, иҡтисад. Аҙыраҡ өлөштә – сәйәсәт, күберәгендә – иҡтисад. Был ҡараштан дәүләтте көсәйтеү мәсьәләләре, һис шикһеҙ, Мөрәжәғәтнамәлә иң мөһиме булып тора.

Төбәктәрҙең бизнес өсөн технологик парктар, инфраструктуралар булдырыуға федераль үҙәктән ярҙам алыу мөмкинлектәре тураһында Мөрәжәғәтнамәләге өҙөккә комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов былай тине:

— Һис шикһеҙ, беҙ был программаларҙа ҡатнашабыҙ. Федераль үҙәк индустриаль парктар төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплаясаҡ. Ғәмәлдә нимә килеп сыға? Төбәктәр бөгөн индустриаль парктар төҙөй, был программала ҡатнашыусы резиденттарға ташламалар бирә. Рәсәй Федерацияһы ла яңы предприятиелар барлыҡҡа килеүҙән өҫтәмә һалымдар ала башлай. Ошо һалымдар федераль бюджетҡа бара, ә Рәсәй Федерацияһы субъекттары унан бер нимә лә алмай. Сығымдарҙан һәм яңы эш урындары булдырыуҙан тыш, башҡа «плюстар» юҡ. Шуға күрә бөгөн беҙ был программаларҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Индустриаль парктарыбыҙ федераль бюджеттан яҡшы ярҙам аласағына ышанабыҙ.

2015 йылды йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса милли программаларҙы ғәмәлгә ашырыу йылы тип иғлан итеүгә ҡағылғанда, төбәк башлығы, был ауырыуҙар «илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн ғәйәт ҙур проблема», тип билдәләне.

— Тағы ла бер һанды билдәләп үткем килә: Рәсәй Федерацияһында уртаса ғүмер оҙайлығы – 71 йәштән саҡ ғына күберәк. Ә Президент һанды 74 йәшкә еткереү бурысы ҡуйҙы. Беҙҙең республикала ул 69,8 йәш тәшкил итә. Беҙ уртаса ғүмер оҙайлығы буйынса 70 йәшлек сиккә генә етеп киләбеҙ. Һис шикһеҙ, тағы ла бер ҡат ҡабатлайым, һаулыҡ һаҡлау, медицина секторының бөтә хеҙмәткәрҙәре лә үлем осраҡтарын кәметеүгә яуаплы. Яҡшы уртаса ғүмер оҙайлығы һанына тиҙерәк етергә тейешбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусыларҙан да, баш табиптарҙан да үҙ эштәрен үтәүҙе ҡаты рәүештә талап итәсәкмен. Бөгөн формализм күп. Һис шикһеҙ, был өлөштө лә тәртипкә килтерәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.