Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Донъя ғалимдары Өфөлә Рәсәй һәм Көнсығыш илдәренең үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Башҡортостанда тыуған, Совет дипломаты, атаҡлы ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Кәрим Хәкимовтың 125 йыллығына арналған «Рәсәй һәм Көнсығыш илдәре: үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тармаҡтары» эре халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән алдынғы шәрҡиәтселәр ислам һәм уның заманса донъялағы роле, Көнсығыш мәҙәниәте, шулай уҡ заманса халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләй.

Конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты исеменән тәбрикләү телмәрен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин уҡып ишеттерҙе. Ул Рәсәйҙең ислам донъяһы менән боронғо тәрән хеҙмәттәшлек традицияларының күбеһенсә Кәрим Хәкимовтың дипломатик эшмәкәрлеге менән нығытылғанын билдәләне. Бөгөн Башҡортостанда ғилми шәрҡиәт мәктәптәрен яңынан тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогына ярҙам күрһәтелә.

Конференцияның пленар ултырышынан һуң ғалимдар «Көнсығыш йәмәғәт фекерендә һәм мәҙәниәттә: тарих һәм хәҙерге заман», «Көнсығыш илдәре менән дәүләт үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек сәйәсәте хеҙмәтендә тыуған ил дипломатияһы», «Рәсәйҙең һәм Көнсығыш илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге», «Тарихи процеста һәм заманса донъяла ислам факторының роле» темалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша.

Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, БР Мәғариф министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт университеты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть