6 декабрь, Шишәмбе

04 декабрь 2014 йыл, 14:39

Быйыл бергәләп өлгөргән, берҙәм милләттең генә көсөнән килгән һынауҙарҙы үтә алдыҡ – Владимир Путин

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

— Быйыл бергәләп өлгөргән, берҙәм милләттең, ысынлап та суверенлы һәм көслө дәүләттең көсөнән генә килгән һынауҙарҙы үтә алдыҡ, — тип үҙ сығышын башланы Владимир Путин. — Рәсәй эштә ватандаштарын, дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте намыҫ менән яҡлап ҡала алыуын раҫланы. Илебеҙ быны һеҙҙең – Рәсәй граждандары ярҙамында эшләй алды.

Рәсәй Президенты билдәләүенсә, Мөрәжәғәтнамә илебеҙ йәшәгән хәҙерге заманға ла, бөгөнгө шарттарға ла тап киләсәк.