10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2014 йыл, 14:19

Төбәктә Яңы йылды байрам итеү өсөн 143 мең шыршы әҙерләнәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Яңы йыл тантаналары өсөн республикала 143 мең ылыҫлы ағас әҙерләнәсәк. Ағастарҙың иң күберәк өлөшөн Белорет (18 мең дана) һәм Йылайыр (15 мең) райондарында әҙерләү күҙаллана.

— Бөгөнгө көнгә төбәктә 38 мең ылыҫлы ағас әҙерләнгән, уларҙың 12 мең самаһы һатылған. Иң күберәге ҡарағай әҙерләнгән – 26 мең данаға яҡын. Аҡ шыршы туғыҙ мең, шыршы өс меңдән ашыу әҙерләп ҡуйылған. Бынан тыш, «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта 2,6 меңдән ашыу ылыҫлы ағас ботаҡтары әҙерләп һатҡан, — тип хәбәр итте Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Милек, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Альберт Бохаров.

Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итәсәк.