10 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2014 йыл, 12:59

Республика эшҡыуарҙары донъя иҡтисады хәленең урындағы бизнесҡа тәьҫир итеү мәсьәләләрен тикшерә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Кесе йома Өфөлә Эшҡыуарлыҡ аҙналығының өсөнсө көндәге темаһы – заманса донъя иҡтисадындағы хәлдең урындағы бизнесҡа тәьҫире.

Көндөң тәүге яртыһында форумда ҡатнашыусылар һүҙ көрәштереүҙә «В2В» форматында эшҡыуарҙарҙың бәйләнештәрен үҫтереүгә фекер алышты. Артабан түңәрәк өҫтәлдә Европа союзы илдәрендә һәм Рәсәй Федерацияһында тариф сәйәсәте һәм таможня көйләүе мәсьәләләре күтәрелде.

Көндөң икенсе яртыһы тулыһынса бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә арналасаҡ. Эшҡыуарҙарға  үҙ эшеңде нисек дөрөҫ үҫтереү һәм финанслау сығанаҡтары менән ҡулланыу мөмкинлеге тураһында һөйләйәсәктәр.

Бынан тыш «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында бәләкәй һәм урта бизнесҡа һалым һалыу темаһына түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы Өфөлә 2 декабрҙә асылды. Унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.