Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Урман хужалығы ылыҫлы ағастар орлоҡтары туплай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/.

Ылыҫлы урмандарҙы тергеҙеүгә Башҡортостанда йыл башынан алып 3680 килограмм ылыҫлы орлоҡ тупланған, ул планлаштырылған күләмгә ҡарағанда 80 килограмға күберәк, тип хәбәр иттеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Иң күберәге ябай ҡарағай орлоҡтары йыйылған – ике мең килограмм самаһы. Яҡынса бер мең килограмм – шыршы орлоғо. Ҡалғаны – ҡарағас орлоҡтары, — тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре Зөһрә Вәисова.

Орлоҡ йыйыу дауам итә. Зөһрә Вәисованың әйтеүенсә, тубырсыҡ йыйыу урман питомниктары һәм буласаҡ урмандар өсөн яҡшы нигеҙ һалырға мөмкинлек бирәсәк. Урман хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда урмандарҙы тергеҙеү эше Башҡортостанда 10479 гектар планда 10586 гектар майҙанда башҡарылған. Ултыртылған урмандарҙың 90 процентын ылыҫлы тоҡомдар (шыршы, ҡарағай, ҡарағас) тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть