3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2014 йыл, 11:31

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин кесе йома, 4 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ. Был дәүләт башлығының төп Рәсәй сәйәсәте ҡағиҙәләре буйынса позицияларҙы билдәләүсе базалы документ.

Мөрәжәғәтнамә Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 12-лә Кремлдең Георгий залында 1100 самаһы саҡырылған кеше ҡатнашлығында уҡып ишеттереләсәк, тип хәбәр итә дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте. Ул Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары судтар етәкселәре, губернаторҙар корпусы, Федерация субъекттарының закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән төбәктәр Йәмәғәт палаталары башлыҡтары, эре киң мәғлүмәт саралары етәкселәре.

Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауҙы тура эфирҙа «Рәсәй» һәм «Беренсе» телеканалдары күрһәтәсәк. Рәсәйҙең Йәмәғәт телевидениеһында Мөрәжәғәтнамә сурдотәржемә менән оҙатыласаҡ.

Быйылғы Мөрәжәғәтнамә ил тарихында Борис Ельциндың һәм Дмитрий Медведевтың мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алғанда 21-сеһе. Владимир Путин өсөн был Федераль Йыйылышҡа 11-се мөрәжәғәт.