Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов һәм Джоомарт Оторбаев Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осраштылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Өфөгә эш сәфәре килгән Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев һәм Рөстәм Хәмитов республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашыуҙа белем биреү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү перспективаларын тикшерҙеләр.

Юғары уҡыу йорттары етәкселәре әйтеүенсә, уларҙың күбеһе Ҡырғыҙстандың профилле уҡыу йорттары менән әүҙем эш алып бара. Шуға ҡарамаҫтан Ҡырғыҙстандың республикала белем алыусы студенттарының һаны әлегә бик аҙ.

Ректорҙар төп хеҙмәттәшлек формаларының береһе тип тәжрибә уртаҡлашыуҙы һәм талап ителгән профиль буйынса әҙерләү өсөн ике яҡ студенттарын йүнәлтеүҙе күрә. Шулай, әлеге ваҡытта Ҡырғыҙстанға нефть-газ тармағы белгестәре кәрәк, шул иҫәптән геологоразведка өлкәһендә. Уларҙы уҡытыуҙы Өфө дәүләт нефть техник университетында ойошторорға мөмкин.

Өфө дәүләт авиация техник университетына Рөстәм Хәмитов алмашыу буйынса сит һәм тыуған илдә етештерелгән самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса буласаҡ сертификацияланған сервис үҙәктәре белгестәрен ебәрергә тәҡдим итте.

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын еңел сәнәғәтте ойоштороу буйынса, был өлкәләге алдынғы практиктарҙы һәм эксперттарҙы йәлеп итеп, Ҡыҙғыҙстандың ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү майҙансығы сифатында файҙаланырға мөмкин.

Этномәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы мәҙәни-күмәк саралар ойоштороуға тәбиғи индереү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә Башҡортостан Президенты, I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһының иҫ киткес программаһын миҫалға килтереп, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть