Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡырғыҙстан делегацияһы «Алексеевка» совхозының эше менән танышты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спридонов/.

Ҡырғыҙстан Республикаһының Премьер-министр Джоомарт Оторбаев етәкселегендәге эш сәфәре менән Өфөгә килгән рәсми делегацияһы Башҡортостандың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – «Алексеевка» совхозының эше менән танышты.

Республика ҡунаҡтары 520 баш малға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһында булды, малсылыҡ һарайҙарын, һауыу, һөт продукцияһын эшкәртеү цехтарын ҡараны. Совхоздың генераль директоры Евгений Майстренко «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә был цехты модернизациялауға 45 миллион һум йүнәлтелгәнен һөйләне. Һөт ризыҡтарында, сығарылған продукцияның яраҡлылыҡ ваҡытын арттырыусы, өҫтәмәләр бөтөнләй юҡ.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әлеге ваҡытта «500 ферма» республика программаһының тормошҡа ашырылыуын билдәләне, уның сиктәрендә 300-ҙән ашыу малсылыҡ бинаһы йүнәтелгән һәм төҙөлгән. Ул һөт ризыҡтарын етештереү күләмен байтаҡҡа күтәрергә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ делегация теплица хужалығын ҡараны, унда ябыҡ грунтта йыл әйләнәһенә 14 мең тоннанан ашыу йәшелсә етештерелә, шулай уҡ 1,5 миллион дананан артыҡ көршәктәрҙә йәшел культуралар (салат, петрушка, укроп, базилик, сельдерей). Евгений Майстренко 2010-2011 йылдарҙа 4,25 гектарҙа ҡаҙанлыҡ менән заманса теплицаның файҙаланыуға тапшырылыуын билдәләне, уларҙа алдан төҙөлгәндәргә ҡарағанда уңыш 1,5 тапҡырға күберәк. Әлеге ваҡытта 5 гектар майҙанда яңы теплица төҙөлә.

Ҡырғыҙстан делегацияһы шулай уҡ заманса йәшелсә һаҡлағыстарын ҡараны һәм республика агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ауыл хужалығы күргәҙмәһендә булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть