9 декабрь, Йома

03 декабрь 2014 йыл, 17:56

2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 5965 һум тәшкил итәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы айына 5965 һум күләмендә билдәләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Минималь эш хаҡы күләме хаҡында»ғы закон статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйған.

Минималь эш хаҡы күләме 411 һумға күтәрелә, арттырыу быйылғы инфляцияның ысын кимәлен иҫәпкә алған.

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500-ҙән 6900 һумға тиклем артты. Төбәктә минималь эш хаҡын күтәреү тураһындағы килешеүгә Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың 1 сентябрендә БР Эш биреүселәр союзы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм БР Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ҡатнашлығында Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында ҡул ҡуйҙы.