3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2014 йыл, 16:10

Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан бергәләп туризмды, еңел сәнәғәтте һәм транспортты үҫтерергә ниәтләнәләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев Башҡортостандың тегеү тармағы өсөн тура текстиль поставкаларын яйға һалырға тәҡдим итте. Бының хаҡта ул республиканың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалы презентацияһында белдерҙе. Ул урындағы предприятиеларҙың сеймалды аралашсылар аша алыуы менән бәйле.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин урындағы фабрикаларҙың Ҡырғыҙстан менән эш итеүен билдәләне.

— Республика предприятиелары еңел сәнәғәтте модернизациялауға йүнәлтелгән бер нисә проектты ғәмәлгә ашыра, әммә тармаҡ сифатлы сеймал менән күберәк тәьмин итеүҙе талап итә. Атап әйткәндә, «Башҡортостан текстиль комбинаты» Ҡырғыҙстан менән туҡыма сеймалын поставкалау буйынса хеҙмәттәшлек итә. Фабриканың етештереү ҡеүәттәре йылына 90 мең погон метрына тиклем техник туҡыма сығарыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ сығарылған продукцияның исемлеген һәм күләмдәрен киңәйтеү мөмкинлеге бар, — тине Алексей Карпухин.

Бынан тыш, Ҡырғыҙстан Премьер-министры Өфө һәм Бешкәк араһында тимер юл логистикаһын яҡшыртырға тәҡдим итте. Джоомарт Оторбаев ике республикаға туристар ағымын арттырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

— Беҙҙә әлегә тиклем, шул иҫәптән Ысыҡкүл буйында, профсоюз шифаханалары бар. Улар нигеҙендә социаль туризм өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә алыр инек. Был юғары түләү талап иткән биш йондоҙло отелдәр түгел, ә ғәҙәттәге урта кимәлдәге ҡунаҡханалар, — тип билдәләне Ҡырғыҙстан Хөкүмәте башлығы.

Уҙған презентация һөҙөмтәләре буйынса Джоомарт Оторбаев Хөкүмәткә ике республика араһында мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү планын әҙерләргә ҡушыуын хәбәр итте.

Шулай уҡ киләһе аҙнала Башҡортостан Ҡырғыҙстанға сәнәғәт һәм сауҙа даирәһе вәкилдәренән торған бизнес-миссияны йүнәлтергә ниәтләнә.

— Был сәфәр уртаҡ эш тураһында тәүге килешеүҙәр төҙөү өсөн башланғыс булып торасаҡ. Ҡырғыҙстан беҙгә рухи яҡтан да, ысынбарлыҡты тойоу буйынса ла яҡын, әлбиттә, артабан да бергәләп эшләйәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.