4 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2014 йыл, 16:59

Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Имомуддин Сатторов менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 3 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тажикстандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Имомуддин Сатторов менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

— Мөнәсәбәттәрҙе көсәйтеү өлөшөндә һуңғы ваҡыттағы ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ, һис шикһеҙ, ыңғай, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Әүҙем эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Беҙҙә эшлекле төркөм булдырылған. Бөтә мәғәнәлә лә ныҡышмалы эш итәсәкбеҙ. Әлбиттә, 2015 йылда яңы һөҙөмтәләр булыуын теләйбеҙ. Бизнесыбыҙ ҙа Тажикстан Республикаһы бизнесы менән эшләргә йүнәлеш алған. Моғайын, йыл башында бер нисә бизнес-миссия ойошторорбыҙ. Шулай уҡ республикабыҙҙа илегеҙ вәкилдәрен көтәбеҙ. Бөтәһе лә берҙәм мөнәсәбәттәр концепцияһына һалынасаҡ, — тине Башҡортостан Президенты.

Имомуддин Сатторов эшкә тотонған, Тажикстандың Өфөләге яңы Генераль консулы Олимхон Шамсов менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ Тажикстандың Президенты Эмомали Рахмондан ҙур сәләм еткерҙе һәм ауыл хужалығы мәсьәләләренә яуаплы булған вице-премьер Муродали Алимардондың Өфөгә килергә әҙерләнеүе хаҡында хәбәр итте.

— Башҡортостан Республикаһы менән ныҡышмалы, ике яҡлы иҡтисади бәйләнештәргә иҫәп тотабыҙ, — тип белдерҙе илсе.

Ул шулай уҡ Рөстәм Хәмитовҡа Тажикстан Хөкүмәте исеменән уларҙың граждандарына ярҙам итеүҙәре, уларға Башҡортостанда йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлектәр булыуы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Бында эшләүсе уңышлы эшҡыуарҙарҙың барлығын беләбеҙ. Хеҙмәт миграцияһы өлөшө буйынса бер ниндәй ҙә проблемалар юҡ. Ошонда бик ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй, — тине Сатторов әфәнде.

Уның әйтеүенсә, Өфө хакимиәте консуллыҡ, мәҙәни һәм сауҙа үҙәктәре урынлашасаҡ күп профилле объект төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бүлеүгә рөхсәт бирҙе.

— Һеҙ Дүшәнбелә булдығыҙ һәм беҙҙә яҡшы архитекторҙарҙың барлығын күрҙегеҙ. Көнсығыш стилендә матур бина төҙөргә әҙербеҙ. Тажикстан Президентының Өфөгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттарына килеү осорона нигеҙ ташы һалһаҡ һәм был үҙәк төҙөлөшөнә старт бирһәк бик яҡшы булыр ине, — тип билдәләне дипломат.