9 декабрь, Йома

03 декабрь 2014 йыл, 17:27

Төбәктә көслө ҡар яуауы һәм ел иҫеүе көтөлә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4-5 декабрҙә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге Башҡортостанда көслө ҡар яуыуын, секундына 15-20 метр тиҙлектә ел иҫкәндә буран, боҙлауыҡ булыуын, көрт һалыуын күҙаллай.

Шул уҡ ваҡытта төбәктә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Кесе йома көндөҙ минус 8 градус  булыуы көтөлә, төндә термометр бағанаһы минус 19-ға ҡәҙәр төшәсәк. Йома, 5 декабрҙә, бер аҙ йылытасаҡ. Шәмбе ҡыш яңынан үҙ көсөнә инә: көндөҙ 11 градус һыуыҡ, төндә – минус 18-гә тиклем.

темалар: һауа торошо