5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2014 йыл, 14:48

Республикала «Урал батыр» Сәсәндәр үҙәге ойошторолдо

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында «Урал батыр» Сәсәндәр үҙәге ойошторолдо.

— Үҙәк Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт менән сыҡҡан, халыҡ сәсәниәһе, Сибай сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның башланғысы буйынса ойошторола. Идея республика етәкселегендә хуплау таба. Бөгөнгә, Сибайҙан тыш, сәсәндәр мәктәптәре республиканың төрлө ҡалаларында бар: Өфөлә – Розалия Солтангәрәева, Учалыла – Ғәрифә Кудрявая, Дәүләкәндә – Зөләрәм Снигирева, Әбйәлил районында Хәнифә Әбүбәкирова етәкселегендә. Хәҙер «Урал батыр» үҙәге координациялау, ойоштороу ролен башҡарасаҡ. Алдағы проекттар буйынса документтар әҙерләнә. 2015 йылда «Урал батыр» эпосы декадалары, ауыҙ-тел әҙәбиәте декадалары ойоштороласаҡ. Башҡортостан композиторҙары өсөн дә тәҡдимдәр бар: атаҡлы бәйетсе-фольклорсы Мөхәмәтшә Буранғоловтың либреттоһы буйынса операларҙы тергеҙеү, эпос менән бәйле яңы әҫәрҙәр тыуҙырыу, — тип һөйләне Үҙәк етәксеһе Нәфисә Тулыбаева.

2015-2016 уҡыу йылдарында Сибай сәнғәт колледжында «Халыҡ художество ижады» һөнәре буйынса бюджет нигеҙендә йыл һайын абитуриенттарҙы ҡабул итеү ойоштороласаҡ. «Халыҡ художество ижады» яңы белем биреү программаһын лицензиялау буйынса эштәр дауам итә, шулай уҡ «эпостарҙы өйрәнеү», «тамаҡ менән йырлау» һәм «импровизация» эш программалары әҙерләнә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бергә Сәсәндәр үҙәге Башҡортостандың, Ҡаҙағстандың, Яҡуттың һәм Тываның билдәле сәсәндәре ҡатнашлығында тамаҡ менән йырлаусылар өсөн оҫталыҡ кластары, Сибайҙа «Буранғолов уҡыуҙары» сәсәнлекте үҫтереү буйынса ғилми-ғәмәли конференциялар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Миәкә районында «Акмулла нәсихәттәре» тигән фольклор байрамын уҙғарыу планлаштырылған.

Әҙерләнеп килгән программа пункттарының береһе – 1944 йылда һуңғы тапҡыр Мөхәмәтшә Буранғоловҡа тапшырылған «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» исемен тергеҙеү буласаҡ.

— Таралып барған глобалләштереү шарттарында милли мәҙәниәттең күп элементтарына юғалыу ҡурҡынысы янауы бер кемгә лә сер түгел. Эпос йөрөтөүселәр иҫән саҡта, заманса һанлы техниканың ғәйәт ҙур мөмкинлектәре булғанда, илдең ғилми-тикшеренеү институттарының архив яҙмалары барҙа эпос һөйләү оҫталығын өрәнеү һәм дөрөҫ пропагандалау көсөбеҙҙән килә тип уйлайым. Республика етәкселегенең иғтибарына күрә башҡорттарҙың юғалыу өҫтөндә булған сәсәнлек йолалары һаҡланып ҡаласаҡ тигән ышаныстамын, — тип иҫәпләй халыҡ-ара һәм республика сәсәндәр конкурстары лауреаты, Сибай сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина.

Республикала шулай уҡ боронғо «Урал батыр» эпосын «Башҡорт Уралы» комплекслы биосфера резерваты составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өҫтөндә эш алып барыла.