6 декабрь, Шишәмбе

03 декабрь 2014 йыл, 12:23

Башҡортостан Ҡырғыҙстан менән яңы мөнәсәбәттәр форматына әҙерләнә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров, Эльвира Латипова/. Башҡортостан Ҡырғыҙстан Республикаһы менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ниәтләнә һәм киләсәктә Ҡырғыҙстандың Таможня союзына инеүе менән бәйле яңы мөнәсәбәттәр форматына әҙерләнә. Бының хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, ҡунаҡтар өсөн Конгресс-холда ойошторолған, республиканың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалын күрһәткәндә әйтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстандың Премьер-министр Джоомарт Оторбаев етәкселегендәге делегацияһы эш сәфәре менән Өфөгә килгән.

Ҡырғыҙстандың рәсми делегацияһы Башҡортостанда беренсе тапҡыр.

Джоомарт Оторбаев билдәләүенсә, уларҙың Башҡортостан менән төрлө йүнәлештәр буйынса эшлекле мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Ҡырғыҙстандың Премьер-министры Башҡортостан эшҡыуарҙарын хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Уның әйтеүенсә, Ҡырғыҙстанда Рәсәйгә ҡарағанда электр энергияһы, эш көсө һәм ер осһоҙораҡ, был нигеҙҙәр үҙ-ара файҙалы бизнес-мөнәсәбәттәр булдырырға ярҙам итәсәк.