Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

2015 йылда пенсия тупланмалары пенсияның тик страховкалау өлөшөнә генә күсәсәк – Владимир Путин

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2015 йылда туплау пенсияһын финанслауға күсерелгән иғәнәләр Рәсәй мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһының «бүлеү» өлөшөнә күсереләсәк, страховкаланған кешенең шәхси иҫәбендә сағыласаҡ һәм страховкалау пенсияһын финанслауға йүнәлтеләсәк. Владимир Путин «Пенсия тупланмалары булдырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһындағы айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйған.

Ошондай иғәнәләрҙе бүлеү тәртибен Рәсәй Президенты 2014 йылда индерә һәм ҡануни рәүештә тағы ла бер йылға оҙайтыла. Суммалар теркәлеп барыласаҡ һәм айырым кеше иҫәбендә сағыласаҡ, һөҙөмтәлә кеше бер нимә лә юғалтмаясаҡ.

2015 йылда страховкалау иғәнәләренең суммаһын тулы күләмдә страховкалау пенсияһын финанслауға тапшырыу РФ Пенсия фонды бюджетының табышын арттырасаҡ, күрһәтелгән сараларҙы ағымдағы пенсияларҙы түләүгә йүнәлтергә һәм федераль бюджеттан мотлаҡ пенсия страховкаһына трансферттарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть