11 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2014 йыл, 10:54

Башҡортостанда Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләйҙәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, 3 декабрҙә тәүге тапҡыр Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә. 2014 йылдың ноябрь башында Рәсәй Президенты Владимир Путин Билдәһеҙ һалдат көнөн байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Нәҡ ошо көндө 48 йыл элек, 1966 йылда, Мәскәү эргәһендә Гитлер ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләү көндәрендә, Александров баҡсаһында ҡан ҡойош урынынан – Ленинград шоссеһының 41-се километрынан Билдәһеҙ һалдат кәүҙәһен ерләйҙәр.

Был көндө республикала төрлө саралар, сәскәләр һалыу, митингтар уҙасаҡ. Билдәһеҙ һалдат көнөнә арналған асыҡ дәрестәр, тематик күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.