8 декабрь, Кесе йома

03 декабрь 2014 йыл, 9:57

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 декабрҙә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда Совет ағзалары, «Йыл эшҡыуары-2014» республика конкурсы еңеүселәре, шулай уҡ профилле министрлыҡтар, ведомстволар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Һуңғы ике йылда Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнде, шул иҫәптән республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тергеҙелде, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты булдырылды, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. Шуның менән бергә ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү өсөн был ғына етмәй.

— Эшҡыуарлыҡтың йәмғиәтебеҙҙәге айырым ролен алдан да һөйләнем һәм хәҙер ҙә ҡабатлайым. Беҙгә шәхси инициатива, кешеләрҙе иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү кәрәк – уның  хәҙер етмәүе күренеп тора. Һандар был юҫыҡта эштәрҙең бик яҡшы бармауын күрһәтә, – тине республика башлығы.

2012-2013 йылдарҙа Башҡортостан бер мең халыҡ иҫәбенә бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны буйынса Рәсәйҙә 60-сы урынды биләгән.

— Беренсенән, бәлки ул эре бизнесыбыҙҙың, предприятиеларыбыҙҙың ҡеүәтен, был структураларҙың эшкә һәләтлелеген раҫлайҙыр. Бәләкәй предприятиелар эре сәнәғәт предприятиелары тарҡалған урында барлыҡҡа килә. Кешеләргә йәшәргә кәрәк, улар тиҙ генә эшҡыуарлыҡ мөхитенә инә башлай. Әммә шул уҡ ваҡытта ул етерлек кимәлдә әүҙем эшләмәүҙең күрһәткесе булып тора, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының артыуы буйынса республика бер йылда Рәсәй төбәктәре араһында 39-сынан 11-се урынға күскән, ә Волга буйы федераль округында Ырымбур өлкәһе менән беренсе урынды һаҡлай.

Бөтә ойошмалар араһында бәләкәй һәм урта предприятиелар хеҙмәткәрҙәре иҫәбенең өлөшө 2013 йылда 28,5 процент тәшкил иткән (Рәсәйҙә 21-се урын). Тулайым төбәк продуктында бәләкәй бизнестың өлөшө 20 проценттан арта. Әммә республиканың тупланған бюджетында уның өлөшө ни бары 3,6 процент.

— Ошо һанды беренсе йыл ғына күрмәйбеҙ. Ул үҫмәй. Эшҡыуарҙарҙың иҫәбе артырға, үҫеш темптары яҡшы булырға мөмкин, әммә республиканың тупланған бюджетында аҡса һалыу артмай. Беҙ социаль статьяларҙы «яҡлай» алһын өсөн, тик эре предприятиелар ғына ресурстар бирә, – тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә түбән кимәлдең сәбәбе – халыҡ яғынан инициативаның юҡлығы, бюрократик кәртәләр, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Яңы сифат, мөхит, бөтөнләй башҡа алымдар кәрәк. Институттар, ярҙам, власта бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре бар. Бөтә нәмә бар, әммә беҙ әле һаман бер урында тапанабыҙ, – тине республика башлығы.

Башҡортостан Президенты шулай уҡ республикала Эшҡыуарлыҡ аҙналығының башланыуын хәтергә төшөрҙө һәм ултырышта ҡатнашыусыларҙы унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.