8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2014 йыл, 17:48

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан ауыл хужалығына ярҙам итеүгә субсидиялар аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында ауыл хужалығына ярҙам итеүгә дөйөм 36,3 миллиард һум күләмендә субсидиялар бүлеү тәртибе РФ Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.

Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең малсылыҡты үҫтереүгә ҡыҫҡа сроклы кредиттары буйынса процент ставкаларының бер өлөшөн ҡаплауға 244,3 миллион һум, үҫемлекселекте үҫтереүгә ҡыҫҡа сроклы кредиттары буйынса 199,5 миллион һум, бәләкәй хужалыҡ формаларының оҙаҡ, урта һәм ҡыҫҡа сроклы кредиттарына 104 миллион аласаҡ.

Ауыл хужалығы етештереүселәренең сәсеүлектәрҙе страховкалау буйынса сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға республикаға 120,2 миллион һум, малсылыҡ өлкәһендә страховкалау буйынса 1,2 миллион бүленә.

Үҫемлекселектең айырым тармаҡтарына ярҙам күрһәтеүгә Башҡортостан 10,6 миллион һум аласаҡ, шул иҫәптән 8,3 миллион — элиталы орлоҡ алыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға.