8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2014 йыл, 16:55

Республикала даими эшләүсе бизнес-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Өфөлә шишәмбе башланған Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы даими майҙансыҡты булдырыуҙа башланғыс нөктәгә әйләнергә тейеш. Төрлө кимәл бизнесының аралашыуы уның төп маҡсаты буласаҡ.

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров бизнес-майҙансыҡтың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Башкомснаббанк»тың финанс булышлығы ярҙамында эшләйәсәген билдәләне.

— Практика күрһәтеүенсә, бындай осрашыуҙар ойошторған саҡта эшҡыуарҙарҙың 10 процент самаһы республика эсендә үҙенә уҙаҡташтар таба. Яңыраҡ ҡына 80 кешенән торған беҙҙең делегация Ҡытайға барғанда, ошо делегация эсендә генә 10 кеше бер-береһен табып, хеҙмәттәшлек итергә килеште. Шуның өсөн Ҡытайға барырға кәрәк инеме? — тине Юрий Пустовгаров эшлекле форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа.

Ойоштороласаҡ майҙансыҡтың онлайн режимында эшләүе күҙаллана.

— Төп мәсьәләләр теҙмәһен «өҫтә», хөкүмәттә түгел, ә эшҡыуарҙар үҙҙәре әҙерләйәсәк. Республикала Эшҡыуарлыҡ аҙнылығының дүрт көн эшләүе ваҡытында көнүҙәк һорауҙар йыйыласаҡ һәм һуңынан уларҙың иң киҫкендәре 2015 йылдың ғинуар-февралендә уҙасаҡ түңәрәк өҫтәлдәргә һәм семинарҙарға сығарыласаҡ. Шулай уҡ тармаҡтар буйынса эшҡыуарҙар ассоциацияларын ойошторорға ниәтләнәбеҙ, — тип һөйләне Юрий Пустовгаров.

Эшҡыуарлыҡ буйынса даими эшләүсе майҙансыҡ ҡатнашыусылары төбәктә билдәле ташламалар менән файҙалана аласаҡ.

— Майҙансыҡтың һәр ҡатнашыусыһына «Башкомснаббанк» шәхси кабинет асасаҡ, ә 2015 йылдың февралендә республика эшҡыуарҙары өсөн банк карталары сығарасаҡбыҙ. Былар барыһы ла бушлай буласаҡ. Уның сиктәрендә төбәгебеҙ баҙарында күрһәтелгән төрлө-төрлө хеҙмәттәр буйынса ташламалар менән дисконт клубы булдырасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.