Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Азат Йыһаншин – Милли йәштәр театрының яңы директоры

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективын яңы директор – Азат Йыһаншин менән таныштырҙылар, тип хәбәр иттеләр театрҙан.

Азат Нәзир улы Йыһаншин 1971 йылдың 11 майында Баймаҡта тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлағас актер Стәрлетамаҡ драма театрында эшләй. Шул уҡ йылда «Аҡйондоҙ» төркөмөн ойоштора һәм уның составында йырсы булып сығыш яһай.

1995 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театрында эш башлай. Эшләгән осорҙа Мостай Кәримдең «Салауат» драмаһында Илеш ролен башҡарғаны һәм юғары актерлыҡ оҫталығы өсөн 1996 йылда БР Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була.

1998 йылдан алып – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Академия драма театрында эшләгән йылдарҙа алдынғы артистарҙың береһе була. 2002 йылда ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исеме менән бүләкләнә.

2008 йылдан алып Азат Йыһаншин Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйыусы режиссер булып эшләй. 2009 йылдан алып – баш режиссер, 2012 йылдан – театрҙың художество етәксеһе. Мәҙәниәт министрлығының юлламаһы буйынса Е.Вахтангов исемендәге Дәүләт театры ҡарамағындағы Б.Щукин исемендәге Театр институтының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый.

2014 йылдың июленән алып Салауат башҡорт драма театры директоры булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть