Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Ғинуарҙа Башҡортостан халҡы бер юлы 11 көн ял итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа яңы йыл каникулдары һәм 7 ғинуарҙа Раштыуа байрамы – эшләмәгән байрам көндәре. 3 һәм 4 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәс ял көндәре күсерелә. 3 ғинуарҙағы ял көнө йома, 9 ғинуарға, ә 4 ғинуар – дүшәмбе, 4 майға күсерелә. Бының хаҡта республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республика халҡы 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып 11-нә тиклем ял итәсәк.

Шаршамбы, 31 декабрҙә, эш көнөнең оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Йыл һайынғы түләүле ял биргәндә ялдың календарь көндәре иҫәбенә 1-8 ғинуарҙағы эшләмәгән байрам көндәре индерелмәй.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть