4 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2014 йыл, 15:17

2015 йылда Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр 14,3 проценттан артығыраҡ үҫмәйәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостанда 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып 2018 йылдың 31 декабренә тиклемге осорға граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн индергән түләүҙәре күләменең сикке (максималь) үҙгәреш индекстары раҫланды. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәренең максималь үҙгәреш индексы 2015 йылда (2015 йылдың 1 июленән алып 31 декабренә ҡәҙәр) 14,3 процент тәшкил итәсәк. 2016 йылға сикке индекс махсус формула буйынса иҫәпләнәсәк.