9 декабрь, Йома

02 декабрь 2014 йыл, 14:43

АҠШ-нан Рәсәйгә ҡайтҡан рәссам Ян Крыжевский өсөн Өфөлә бөтә шарттар булдырыласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Совет рәссамы Ян Крыжевский Рәсәйгә ҡайтты. Аҙна дауамында ул үҙенең бәләкәй ватанына – Өфөгә килеп етәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, рәссам оҙаҡ ваҡыт Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй, һуңғы йылдарҙа документтарһыҙ, йәшәүгә сараһыҙ ауыр тормош хәлендә ҡала. Билдәле рәссам, Өфөлә тыуып үҫкән Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы атаһын тыуған иленә ҡайтарыуҙа ярҙам һорап Башҡортостан Президентына мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Президенты Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа тейешле документтарҙы тултырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән хат яҙа. Ете-ун көндә документтар әҙер була һәм рәссам ҡабаттан тыуған еренә ҡайта ала.

— Беҙҙең өсөн был бик яҡшы яңылыҡ. Уның ҡайтыуын көтөп алдыҡ. Ысынында Яндың рәсемдәре заманына ҡарата бик ваҡытлы, ул эштәрҙе мин хәтерләйем. Улар Өфөлә Нестеров исемендәге музейҙа һәм рәссамдың шәхси күргәҙмәләрендә күрһәтергә ҡуйылды. Рәссамдың эштәре һәр саҡ көслө һәм тәрән тәьҫир ҡалдыра: Өфөнөң, республикабыҙҙың көтөлмәгән ракурстарын, тәбиғәтте, ә иң мөһиме – кешеләрҙе күреү ҡыҙыҡлы ине. Әлбиттә, Ян Юлианович иҫ киткес рәссам, ҙур оҫта. Рәсәй генә түгел, ә донъя күләмендәге оҫта, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.

Республика башлығы шулай уҡ Өфөлә рәссам өсөн яҡшы шарттар булдырырға планлаштырыуын хәбәр итте. Уға эшләргә мөмкин буласаҡ бер нисә оҫтахананы күрһәтәсәктәр. Бынан тыш, рәссамдың Рәсәй Федерацияһы, сит ил музейҙары буйлап таралған эштәренең бер өлөшө ватанға кире ҡайтарыласаҡ. Ян Крыжевскийҙың шәхси күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.

— Ян Юлиановичтың ижади тормошоноң яңы этабы уның Ватанында, Өфөлә дауам итеүен теләйбеҙ. Беҙ быға булышлыҡ итәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.