10 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2014 йыл, 12:09

Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарлыҡ аҙналығы – эшлекле форум Өфөлә 2 декабрҙә асылды. Уны үткәреү урыны – «Йәшлек» спорт-һауыҡтырыу комплексы.

Журналистарға республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров хәбәр итеүенсә, Аҙналыҡтың төп бурысы – бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша һәм ҡатмарлы иҡтисади хәлдәрҙән бергәләп сығыу юлдарын таба алырлыҡ эшҡыуарҙарҙың аралашыуы өсөн файҙалы майҙансыҡ булдырыу. Майҙансыҡтың онлайн режимында даими эшләүе күҙаллана.

Форумдың һәр көнө тематикаһы яғынан эшҡыуарҙар өсөн көнүҙәк булған теге йәки был мәсьәләгә арналасаҡ: «Ҡайҙан аҡса алырға?», «Бәләкәй бизнес илгә кәрәкме?», «Сит илдәр беҙгә ярҙам итәсәкме?» һәм «Ни өсөн бизнесҡа юғары технологиялар һәм инновациялар?».

Быйыл форумға 500-ләп ҡатнашыусы килгән. Көн һайын улар өсөн семинарҙар, оҫталыҡ кластары, һүҙ көрәштереүҙәр һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ аҙналығы Өфөлә 5 декабргә ҡәҙәр эшләйәсәк.