5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2014 йыл, 11:26

Баш ҡалаға блогерҙар сараһына Анатолий Вассерман киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Профессиональ блоггингҡа, медиа һәм тематик продукттар блогтарына һәм инфотейнменгҡа арналған «НеФорум блогеров» тип аталған сара Өфөлә 13-14 декабрҙә уҙасаҡ.

Форум майҙансыҡтарында блогерлыҡ өлкәһенә һәм яңы медиаларға ҡағылышлы көнүҙәк темалар күтәреләсәк: профессиональ блоггинг, фәнде селтәрҙә популярлаштырыу, территорияларҙы интернет һәм блогерлыҡ өлкәһе ярҙамында алға этәреү. Был сараға Өфөгә Анатолий Вассермандың килеүе көтөлә. Ҡунаҡтар өсөн блог-турҙар әҙерләнә, Өфө өҫтөнән авиасәйәхәт, ҡаланың тарихи үҙәге, мәҙәни урындары буйлап экскурсия, күренекле өфөләр менән осрашыуҙар мөмкин.

«НеФорум блогеров» тигән сарала Башҡортостанға 150-ләп блогерҙың, селтәр журналистарының һәм медиа шәхестәрҙең, блогерлыҡ өлкәһе «йондоҙҙарының», Рәсәй һәм БДБ илдәренән әүҙем авторҙарҙың килеүе көтөлә.

Шулай уҡ унда социаль, медиа, интеграциялау процестарына тәьҫир итеүсе, ҡаланың, төбәктең, илдең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүсе урындағы блогерлыҡ өлкәһе, социаль медиа вәкилдәре буласаҡ.

Тулыраҡ – Башҡортостанда «Тере журнал» илсеһе Дмитрий Эйгенсондың блогында.