8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2014 йыл, 10:37

Өфөләге конференцияла Рәсәй халыҡтары телдәрендә Википедияны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәктәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт» асыҡ халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция Өфөлә 2015 йылдың 24-26 апрелендә уҙасаҡ. Конференцияның ойоштороусыһы – Башҡорт дәүләт университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән уҙаҡташлыҡта Викимедиа РУ. Конференция Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған «Вики-Һабантуй 2015» саралар комплексы сиктәрендә мөһим ваҡиға булып тора.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, халыҡ-ара форум белемде ирекле таратыу идеологияһын алға этәреү һәм популярлаштырыуға, Рәсәй халыҡтары телдәрендә ғилми һәм белем биреү мәғлүмәттәренең дөйөм ҡулланыштағы сығанаҡтарын үҫтереүгә, компьютер лингвистикаһы проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ итеүгә өндәлгән. Конференцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте Викимедиа РУ сайтында алырға мөмкин.