11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2014 йыл, 15:52

Мәсетле районы башлығы Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл мәктәбе директорына награда тапшырҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Мәскәүҙә «Мәктәп директоры-2014» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Уның сиктәрендә Түбәнге Новгород өлкәһенең Арзамасс районы Абрамов ауылынан илдең иң яҡшы ауыл мәктәбе директоры Павел Купоросовҡа 2010 йылда тәүге «Мәктәп директоры» конкурсы финалсыһы, элекке Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы директоры, хәҙер Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников махсус бүләк тапшырҙы. Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Иван Могильников – был абруйлы педагогик ярышта ул ҡәҙәр юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән республиканың берҙән-бер вәкиле.

Конкурстың махсус номинацияһы — «Иң яҡшы ауыл мәктәбе директоры» — Мәсетле районы хакимиәте тарафынан ойошторола. Уның еңеүсеһе Павел Купоросов, грамота һәм ҡиммәтле бүләктән тыш, Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусылары эшләгән сувенир менән бүләкләнде.

Бөтә Рәсәй конкурсы ойоштороусыһы – «Мәктәп директоры» журналы. Ул РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, бер нисә алдынғы ғилми юғары уҡыу йорто, йәмәғәт һәм коммерция ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары булышлығында уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.