Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Әминә Шафиҡова Шаляпин исемендәге Концерт залында сығыш яһаясаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

13 декабрҙә Шаляпин исемендәге Концерт залында Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы уҡытыусыларының концерты уҙасаҡ.

Концертта республиканың билдәле пианиносылары, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лареаттары, шул иҫәптә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Әминә Әсфәндиәрова, кафедра мөдире Рөстәм Шәйхетдинов, Лев Франк, Михаил Кочуров, Сергей Дукачев, Рөстәм Ғөбәйҙуллин, Владислав Мортазин, Римма Байкиева, Светлана Кәримова, Руслан Воротников, Шәүрә Сәғитова сығыш яһаясаҡ.

Концертта «Замандар бәйләнеше: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһының ижади традициялары сығанаҡтарына» (төҙөүсе мөхәррир Рөстәм Шәйхетдинов) мәҡәләләр йыйынтығы күрһәтеләсәк. Китапта кафедра педагогтарының үҙ уҡытыусылары тураһында очерктары, хәтирәләре йыйылған.

— Программала күбеһенсә классиктарҙың – Шопендың, Листың һәм Рахманиновтың музыкалары яңғыраясаҡ. Тамашасылар башҡорт композиторҙарының да ҡайһы бер әҫәрҙәрен ишетәсәк, — тип хәбәр итте профессор Рөстәм Шәйхетдинов.

Концерт киске сәғәт етелә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть