11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2014 йыл, 13:56

Ҡурған өлкәһендә башҡорттарҙың йола байрамы – ҡаҙ өмәһен үткәрҙеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡурған өлкәһенең Әлмән районында «Ҡаҙ өмәһе» милли байрамы үтте.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, байрам хужалары, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре һәм «Ләйсән» башҡорт фольклор төркөмө йорт ҡаҙҙарын әҙерләү йолаһын күрһәтте.

Башҡорт йырҙары, таҡмаҡтар яңғыраны, уйындар һәм конкурстар уҙғарылды, башҡорт милли аш-һыуы әҙерләнде. Байрамда шулай уҡ Казенное ауылынан «Зоренька» рус мәҙәниәте үҙәге  вәкилдәре әүҙем ҡатнашты.

«Ҡаҙ өмәһе» башҡорттарҙың милли ғөрөф-ғәҙәте аралашыу, халыҡтың ҡунаҡҡа йөрөү йолалары менән бәйле. Ҡаҙ ҡанатынан мендәр, юрған эшләгәндәр, итенән төрлө ашамлыҡ әҙерләгәндәр. Йыл һайын уҙғарылған байрамды көтөп алғандар, айырыуса йәштәр, ҡыҙҙар. Матур итеп кейенеп, ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп һыу буйына барғандар, һыуҙа түшкәләрҙе йыуғандар. Йола йырҙар менән оҙатылған, ә йортта һый-хөрмәт әҙерләнгән. Кисен йәштәр күңелле уйындар уҙғарған.