5 декабрь, Дүшәмбе

01 декабрь 2014 йыл, 12:33

Башҡортостанда элиталы орлоҡ етештереү 15 процент кимәлендә һаҡлана – Николай Коваленко

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йыл уңышына Башҡортостандың иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары менән тәьмин ителгәнлеген республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин рәйеслегендәге киңәйтелгән кәңәшмәлә ҡаранылар. Форумда муниципалитеттар етәкселәре һәм ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.

— Алдынғы хужалыҡтар иҫәбенә элиталы орлоҡ етештереү республикала 15 процент кимәлендә һаҡлана, Рәсәй Федерацияһында ла был параметр һәм орлоҡ сифаты буйынса алдынғы урындарҙа торабыҙ, — тип билдәләне БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.

Аграр ведомство башлығы, үҙебеҙ етештергән орлоҡтарҙы туплау ситтән һатып алғанға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта орлоҡ сорттарына һәм сортты яңыртыуға етерлек кимәлдә иғтибар бүлмәгән хужалыҡтар һәм райондар ҙа бар. Ҡоролоҡ та тәьҫир итмәй ҡалманы, һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Хәйбулла районында, орлоҡ менән тәьмин ителгәнлек 56 процент тәшкил итә.

Николай Коваленко республикала орлоҡтар бар тип билдәләне. Башҡа хужалыҡтарҙа һәм райондарҙа алмаштырыу йәки етмәгән күләмде һатып алыу өсөн аҡса табырға кәрәк.

Быйыл Башҡортостанда милли орлоҡсолоҡ белгестәре союзы ойошторолдо, уға элиталы орлоҡ етештереүсе ундан ашыу хужалыҡ инә. Өҫтәүенә, элиталы орлоҡ етештереүҙе субсидиялау буйынса процент ставкаларын күтәреү ҡарала.

— Был йүнәлештә райондар менән эште көсәйтергә әҙербеҙ, — тип айырып әйтте учреждение начальнигы Иван Леонтьев. — Белгестәрҙе уҡытасаҡбыҙ һәм һәр район өсөн сорт сәсеү структураларын әҙерләргә ярҙам итәсәкбеҙ.

Төньяҡ-Көнсығыш һәм Урал аръяғы райондары өсөн селекционерҙарыбыҙ сығарған яңы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сорттары тураһында ентекләберәк Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры Вәкил Шириев һөйләне. Ул ошо райондарҙа уҙғарылған тәжрибәләрҙең һөҙөмтәләре хаҡында һөйләп бирҙе, беренсел орлоҡсолоҡ проблемаларын билдәләне.

Орлоҡтарҙың сифаты ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреүҙә мөһим факторҙарҙың береһе булып тора. «Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге» Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының орлоҡсолоҡ бүлеге начальнигы Атлас Камалов билдәләүенсә, орлоҡтарҙың сифатын тикшереү раҫланған планға ярашлы башҡарыла. Әлеге ваҡытта республика райондарында тупланған орлоҡтоң 45 проценты тикшерелгән, уларҙың 92 проценты кондицияға ярашлы тип табылған.

Аграр технологияларын үҫтереү, шул иҫәптән элиталы орлоҡ етештереү ҙә Рәсәй Хөкүмәте контролендә. Ошо көндәрҙә был проблема Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм инновацион үҫеш буйынса Совет президиумының ултырышында тикшерелде.