11 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2014 йыл, 11:13

Салауатта ГТО нормаларын күмәкләп тапшырыу буйынса Рәсәйҙә рекорд ҡуйҙылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Салауатта, шәмбе, 29 ноябрҙә, ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) нормаларын күмәкләп тапшырыу буйынса бөтә Рәсәй рекорды ҡуйылды. Акцияла рәсми мәғлүмәттәр буйынса 1748 кеше ҡатнашҡан – ул теркәү үткәндәр генә.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормаларын тапшырырға һәм Рәсәй рекордын ҡуйырға теләүселәр байтағыраҡ. Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, 2,5 меңләп кеше. Акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе – «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары. Ҡаҙанышты рәсми рәүештә Рәсәй Рекордттары китабының баш мөхәррире Станислав Коненко теркәгән.

«Беҙ 1748 кеше күрһәткесен теркәй алдыҡ, әммә ысынында иһә ҡатнашыусылар байтаҡҡа күберәк ине. Бөтәһе лә теркәлеп өлгөрмәне. Бөгөнгө көнгә илдә ГТО нормаларын тапшырыу буйынса был иң күмәк кеше ҡатнашлығындағы акция. Иғтибар итергә кәрәк, бөтә ҡатнашыусылар ҙа – бер предприятие хеҙмәткәрҙәре. Был мәғлүмәттәр Рәсәй Рекордтар китабына индереләсәк», — тип Коненко телмәренән цитата килтерә «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһының матбуғат хеҙмәте.

Иң өлкән ҡатнашыусыға 78 йәш, иң бәләкәсенә – 5 йәш.

Был көндө флешмоб уҙҙы: 2000-ләп кеше ГТО нормаларын тапшырыу алдынан күнекмәләр эшләргә баҫты. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Салауат нефть химиясылары иң яҡшы ҡаҙаныштар күрһәтте. «Планка» элементында иң яҡшы һөҙөмтә – 8 минут та 15 секунд, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә ирҙәрҙә – алтын 210 см билдәһе нормативында 280 сантиметр.

темалар: гто, рекорд