Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университеты баскетболсылары – EuroCup-2015 финалында

Спорт

ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/.

Башҡорт дәүләт аграр университетының ирҙәр баскетбол командаһы милли һайлап алыуҙың хәл иткес мачында М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының «МГУ-Динамо» командаһын еңеп EuroCup-2015 Халыҡ-ара студент баскетбол лигаһында финалға сыҡты.

Матч 97:81 иҫәбе менән Өфө файҙаһына тамамланды.

Башҡорт аграр университеты баскетболсылары илебеҙ исеменән Европа беренселегендә сығыш яһаясаҡ. Милли һайлап алыу тағы ла 12 илдә уҙҙы – Германияла, Грузияла, Израилдә, Латвияла, Литвала, Сербияла, Төркиәлә, Хорватияла, Черногорьела, Чехияла, Эстонияла һәм Японияла.

Алда өфөләрҙе ярыштарҙың финал өлөшө көтә – ғинуарҙа улар сит ил командалары менән осрашасаҡ.

Теги: баскетбол
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть