9 декабрь, Йома

28 ноябрь 2014 йыл, 19:12

Декабрь башында Өфө – Аэропорт трассаһында автотранспорт хәрәкәте сикләнәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 1-5 декабрҙә Өфө – Аэропорт автомобиль юлында «Металлобаза» йәмәғәт транспорты туҡталышы эргәһендә трасса яңыртыласаҡ, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Шуның менән бәйле юлдың был участкаһында төнгө ваҡытта автотранспорт хәрәкәте сикләнәсәк.

1 декабрҙә төнгө 12-нән алып 2 декабрҙә иртәнге 6-ға тиклем һәм 2 декабрҙә төнгө 12-нән алып 3 декабрҙә иртәнге 6-ға тиклем аэропорт яғына хәрәкәт ябыласаҡ. Ә 3 декабрҙә төнгө 12-нән алып 4 декабрҙә иртәнге 6-ға тиклем һәм 4 декабрҙә төнгө 12-нән алып 5 декабрҙә иртәнге 6-ға тиклем ҡалаға илткән юл участкаһы ябыласаҡ.

Был осорҙа ҡаршы йүнәлештәге ике һыҙат буйлап хәрәкәт итергә мөмкин буласаҡ.