Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Шағир һәм журналист Венер Йәнбәков яҡты донъянан китте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Башҡортостан әҙәбиәте һәм журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе – 77-се йәшендә республикала билдәле шағир һәм журналист Венер Әхмәт улы Йәнбәков вафат булды. Был ҡайғылы хәбәрҙе «Башинформ» агентлығына Венер Йәнбәковтың ағаһы, шулай уҡ шағир һәм журналист Рәмил Йәнбәков еткерҙе.

Венер Йәнбәков 1938 йылдың 14 сентябрендә Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Совет осоронда оҙаҡ йылдар «Башҡортостан пионеры» балалар журналында эшләй, һуңынан «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитендә, «Аманат» журналында. Журналистика менән бер рәттән Венер Йәнбәков әҙәби эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа, ул бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы.

Хеҙмәттәшебеҙ тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Венер Йәнбәков үҙенең бәләкәй ватанында, Күгәрсен районында ерләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть