5 декабрь, Дүшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 17:04

Төркиәлә Халыҡ-ара Босфор кинофестивалендә Башҡортостан фильмдарын күрһәттеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Истамбулда Төркиә киноматографияһының йөҙ йыллығына арналған Халыҡ-ара Босфор кино фестивале уҙа.

Фестивалдә Башҡортостан кинематографсыларының әҫәрҙәре – Роман Пожидаевтың «Карусель» ҡыҫҡа метражлы уйын һәм Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм күк бүре» анимация фильмы күрһәтелә. Фестивалдә авторҙар Тажистандан, Саха (Яҡут) Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан хеҙмәттәштәре, арҙаҡлы совет киноһы эшмәкәрҙәре Али Хамраев һәм Ходжакули Нарлиев менән аралаша алды.

— Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы сит илдә билдәһеҙ тиерлек Башҡортостан киноһы менән таныштырыу фильмдарҙы күрһәтеүҙең төп маҡсаты булды. Башҡортостан кинематографсыларының барыуын һәм кино күрһәтеүҙәрҙе Төркиәлә фестивалдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе БДБ һәм Балтия илдәренең Кинематографсылар союзы Конфедерацияһы вице-президенты Ходжакули Нарлиев ойоштора. Конфедерация эшмәкәрлегенең өлкәһенә төрлө-төрлө саралар ойоштороу, шул иҫәптән уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, Төркиәлә кино фестивалдәре уҙғарыу, уларҙа ошо илдәр вәкилдәренең һәм төшөрөлгән фильмдарҙың ҡатнашыуы инә. Конфедерацияның һәм «Башҡортостан» киностудияһының артабанғы хеҙмәттәшлек планында — Төркиә телеканалдарында һәм кинотеатрҙарында Башҡортостан фильмдарын күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр, — тип хәбәр итте киностудияның матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Зөһрә Бураҡаева.