4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 16:18

Лилиә Ғүмәрова Өфө мәктәптәренең береһендә Изгелек дәресе уҙғарасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Изгелек дәресен уҙғарыу идеяһын хупланы. Был инициатива менән Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Диана Гурцкая сығыш яһаны. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив белем биреүҙе хоҡуҡи тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләргә арналған түңәрәк өҫтәлдә ул Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Рәсәй мәктәптәрендә изгелек дәрестәре үткәрергә тәҡдим итте.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сенаторҙарға был инициатива хаҡында һөйләне.

— Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ошондай тәҡдим индерәм: 3 декабрь алдынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, тормошта үҙҙәренең лайыҡлы урындарын таба алған спортсыларҙы (паралимпиада ҡатнашыусыларын), уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен, билдәле кешеләрҙе бөтә төбәктәр мәктәптәрендә «Изгелек дәрестәрендә» ҡатнашһын өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ менән йәлеп итергә, — тип мөрәжәғәт итте хеҙмәттәштәренә парламентарий.

Лилиә Ғүмәрова Изгелек дәресен Өфө мәктәптәренең береһендә уҙғарырға планлаштыра.

2014 йылдың 29 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Селигер» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда Рәсәй мәктәптәрендә инвалидлыҡты аңлау дәрестәрен уҙғарыу тураһындағы тәҡдимде хупланы.

Дәрестәрҙең маҡсаты – инвалид кешеләргә мәктәп уҡыусыларында толерантлы мөнәсәбәт булдырыу. Балалар инвалидлыҡтың кешенән ситләшеү өсөн сәбәп булмауын аңларға тейеш.