7 декабрь, Шаршамбы

28 ноябрь 2014 йыл, 15:36

Башҡортостан менән Пермь крайы сиктәш райондар араһында тауар әйләнешен үҫтерәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан менән Пермь крайы сиктәш булған райондар араһында тауар әйләнешен үҫтерәсәк. Был тема ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеү сиктәрендә тикшерелде. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе саҡырыуы буйынса Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге Вәкиле Амур Хәбибуллин рәсми сәфәрҙә булды.

— Пермь крайының территориаль үҫеш министры Анатолий Маховиков менән муниципаль берәмектәр араһанды хеҙмәттәшлек варианттарын ҡараныҡ. Һөҙөмтәлә Пермь крайының һәм Башҡортостандың сиктәш булған райондары араһында тауар әйләнешен үҫтереүгә килдек, — тип һөйләне Амур Хәбибуллин.

Пермь крайының мәғариф министры Рәйсә Кассина менән осрашыуҙа дуҫ төбәк мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Крайҙа күп кенә башҡорттар йәшәп, уларҙың системалы рәүештә туған телде өйрәнеү мөмкинлеге булмаһа ла, бөгөн ундай дәрестәр юҡ. Рәйсә Кассина ата-әсәләр яғынан инициатива булғанда ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Амур Хәбибуллин хәбәр итеүенсә, Пермь крайы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе менән бергәләп уҡытыу пландарына башҡорт телен индереү тураһындағы тәҡдим менән сығыу күҙаллана. Урындағы Мәғариф министрлығы уҡытыусыларға ставкалар бүлергә әҙер.

Мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте министры Игорь Гладнев менән дә һөҙөмтәле әңгәмә килеп сыҡты. Һис шикһеҙ, Кама буйы территорияһында башҡорттарҙың милли байрамдары уҙа, уларҙың араһында иң билдәлеһе – һабантуй. Әммә, Амур Хәбибуллин билдәләүенсә, Башҡортостан ижади коллективтарының Пермь крайына йышыраҡ сығыуҙары яҡшыраҡ булыр ине.

— Был мәсьәләлә лә беҙ шулай уҡ берҙәм фекергә килдек. Милли программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер төркөм уртаҡ мәҙәни саралар уҙғарыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ, — тине БР Урал төбәктәрендәге Вәкиле Амур Хәбибуллин.

Башҡортостан һәм Пермь крайы араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү ағымдағы йылдың майында төҙөлдө.