4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 14:49

Өфөлә өлгөлө әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

фото: Олег Яровиков | видео: Ренат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнгән Әсә көнө алдынан Башҡортостанда йәшәүсе ҡатындарға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙылар. Бүләкләү тантанаһы Рус академия драма театрында уҙҙы, уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов уҙғарҙы.

Вице-премьер өлгөлө әсәләргә – уңышлы ғаиләләр барлыҡҡа килтергән, белемгә ынтылыусан һәм эшһөйәр балалар тәрбиәләүсе ҡатындарға наградалар һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы.

— Әсә көнө башҡа байрамдарҙан айырылып тора, мәшәҡәттә туҡтап ҡалып тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә өндәй. Һеҙ тик үҙегеҙ генә баланы аяҡҡа баҫтырыуҙың нимә икәнен аңлайһығыҙ. Республика мөмкин тиклем күп балалы әсәләргә иғтибар бүлергә, уларҙың хеҙмәтен билдәләргә тырыша. Үткән көндәрҙә Башҡортостан Президенты тағы ла бер награда — «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын булдырҙы.  Ул республикаға дан килтергән балаларҙы тәрбиәләгән кешеләргә тәғәйенләнә. Һеҙгә әсәлек бәхете, һеҙҙең ата-әсә өмөттәренең ғәмәлгә ашыуын теләйем, — тине Салауат Сәғитов.

«Әсәлек даны» миҙалы ойошторолғандан алып 16 йыл эсендә наградаға биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ете меңдән ашыу күп балалы әсә лайыҡ булған. Республикала йәшәүсе балалы ғаиләләргә 30-лаған төр социаль ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын был маҡсаттарға федераль һәм республика бюджетынан һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

темалар: бүләкләүҙәр