8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2014 йыл, 12:59

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы проекттары «ТЭФИ-Төбәк 2014» наградалары менән бүләкләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Сочи ҡалаһында «ТЭФИ-Төбәк 2014» бөтә Рәсәй телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһының биш проекты финалға сыҡты.

Конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәһендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы телеоператоры Урал Ғатауллин «Шүлгәнташ» фильмын төшөргәне өсөн «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында ТЭФИ яуланы. Был фильм Башҡортостан Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ике миллионлыҡ гранты сараларына Бөрйән районы биләмәһендәге, тәүтормош кешеләренең ҡаялағы һүрәттәренә күрә күренекле, Шүлгәнташ мәмерйәһендә, шулай уҡ ерҙә, һауала, һыуҙа һәм бассейнда һыу аҫтында, ямғырҙа һәм махсус йыһазландырылған студияла төшөрөлә.  

Финалда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының төп операторы Грозныйҙан һәм Сургуттан хеҙмәттәштәре менән көс һынашты. Башҡорт әкиәтенең ҡатмарлы сәхнәләрен шул ҡәҙәр оҫта итеп төшөргәне өсөн ТЭФИ жюриһы уны юғары награда менән баһалай.

2012 йылда ул эш өсөн «Планеталар парады. Икенсе миҙгел» проектында номинацияланды. 2005 йылда «Ҡоралай» фильм-әкиәтен төшөргәне өсөн бронза Орфейына лайыҡ була.

Быйыл Спорт министрлығы менән берлектә «Рәсәй телевидениеһы академияһы» фонды тарафынан спорт йүнәлешендә өс махсус номинация ойошторола. Телеканал программалары уларҙың икәүһе буйынса еңеү яуланы: «Преодоление» номинацияһында – «Герой балалар» һәм «От массовости к мастерству» номинацияһында «Физкультура уҡытыусыһы көнө».

«Тамыр» телеканалы — «ТЭФИ-төбәк» бөтә Рәсәй фестиваленең һәр йылғы ҡатнашыусыһы.