4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 11:51

Сенатор Рафаил Зиннуров Сирияның, Иорданияның һәм Ливандың рәсми кешеләре менән бәйләнештәр булдыра

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандан сенатор Рафаил Зинуров Рәсәй вәкилдәренең Сирияға, Ливанға һәм Иорданияға эш сәфәрендә ҡатнашты. Делегацияны Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов етәкләне. Сирия Президенты Башар Асад менән ентекле һөйләшеү үҙәк ваҡиғаға әйләнде.

Әңгәмә барышында Сирия башлығы Рәсәй менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтерергә әҙер булыуҙарын билдәләне, шул иҫәптән парламент форматында, экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу һәм терроризм менән көрөшеү мәнфәғәтендә.

Бынан тыш, Ливанда, премьер-министр һәм сит ил министры менән осрашыуҙарҙан тыш, эре сәйәси һәм конфессия төркөмдәре етәкселектәре менән бәйләнештәр булдырылды.

Сирияла һәм Ливанда делегация мосолман, христиан ойошмаларының етәкселәре һәм абруйлы вәкилдәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Яҡтар был илдәрҙәге кеүек, Рәсәйҙә лә, атап әйткәндә, Ҡавҡазда үҙ эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә маташҡан экстремистарҙың идеяларына бергәләп ҡаршы тороу мәнфәғәтендә аныҡ үҙ-ара эш итеү пландарын тикшерҙе.

Бөтә өс илдә лә парламенттар етәкселәре менән һөйләшеүҙәр уҙҙы, улар үҙ сиратында артабан бәйләнештәрҙе әүҙемләштерергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.