11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 10:54

Константин Толкачев Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы делегацияһы менән осрашты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылыш Йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы делегацияһы менән осрашты. Дәүләт Йыйылышы спикеры Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышының Рәсәй менән Дуҫлыҡ төркөмө етәксеһе Сәлих Капусуз менән әңгәмәләште, яҡтар иҫтәлекле бүләктәр биреште.

Константин Толкачев Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне, 2015 йылда республиканың ШОС һәм БРИКС эре халыҡ-ара саммиттарын уҙғарыу урыны буласағын хәтергә алды.

— Башҡортостан ошондай юғары кимәлдәге саммиттарҙы уҙғарыу урыны итеп тиккә генә һайланмаған. Республикабыҙ халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә, донъяның 90-дан ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеште тота. Төркиә Республикаһы менән хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы тышҡы сауҙа бәйләнештәре үҫешенең миҫалы булып тора ала. 1996 йылдың июненән алып Башҡортостан Республикаһы һәм Төркиә Республикаһы Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеү ғәмәлдә, — тип хәбәр итте Константин Толкачев.

БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ике яҡлы хеҙмәттәшлектең машина эшләүҙә, нефть химияһында, ауыл хужалығында, туризмда, шулай уҡ еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәттәрендә уңышлы үҫеүен билдәләне.

— Республикабыҙҙан яғыулыҡ-энергетика комплексы продукцияһы, дизель яғыулығы, органик химия, ашламалар, полиэтилен, синтетик каучук экспортлана. Төркиәнән машиналар һәм ҡорамалдар, резина, быяла ҡойоу өсөн формалар, экскаваторҙар, тағылмалар һәм цистерналар, металдар һәм уларҙан изделиелар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек индерелә, — тип аңлатты Константин Толкачев.

Республика парламенты Рәйесе Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 93 предприятиеның эшләгәненә аныҡлыҡ индерҙе. Уртаҡ предприятиелар күбеһенсә күмәртә һәм ваҡлап һатыуҙа, төҙөлөштә, аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, кейем, ҡорамалдар етештереүҙә, шулай уҡ кафе һәм ресторандар эшмәкәрлеген ойоштороуҙа махсуслаша.

Үҙ сиратында, Сәлих Капусуз сәфәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

— Көнбайыштың күп кенә илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерҙе, бәхәстәр шулай уҡ Төркиә эргәһенә лә яҡынлаша. Дуҫлыҡ тарихтың нәҡ ошондай ҡатмарлы осоронда билдәләнә, — тине Төркиә делегацияһы башлығы.

Ул Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен артабан да үҫтереү, уларҙы яңы кимәлгә сығарыу кәрәклеген айырып әйтте.