5 декабрь, Дүшәмбе

28 ноябрь 2014 йыл, 9:45

Рөстәм Хәмитовтың Италияға рәсми сәфәре тамамланды

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Италияға рәсми сәфәре тамамланды. Ике көн дауамында республика башлығы машина эшләү, еңел сәнәғәт, медицина өлкәләрендә мәшғүл булған 20-нән ашыу компания етәкселәре һәм вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Осрашыуҙар барышында Рөстәм Хәмитов республиканың әҙер продукция һатып алыуҙа түгел, ә производстволарҙы Башҡортостанда урынлаштырыуҙа, уртаҡ предприятиелар һәм яңы эш урындары булдырыуҙа ҡыҙыҡһыныуына айырым иғтибар бирҙе.

Италияның эшлекле даирәһе вәкилдәре Башҡортостандың инвестиция потенциалын юғары баһаланы һәм хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Бер нисә компания етәксеһе артабан һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн төбәк башлығының саҡырыуы буйынса республикаға килергә әҙерләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Миланда Башҡортостандың презентацияһы уҙҙы. Үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһының иң индустриаль үҫешкән ун субъектына инеүен билдәләне. Төбәк иҡтисадында төп инвестиция йәлеп итеүсән йүнәлештәре – яғыулыҡ-энергетика комплексы, машина эшләү, ауыл хужалығы. Башҡортостан Президенты республикалағы яҡшы эшлекле хәлдең урынлашыуын билдәләне. Ул халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтарының юғары баһалары менән дәлилләнә. Италия төбәктәре менән эш итеүҙең иң уңайлы форматы тип Рөстәм Хәмитов башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек барышында үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған, «R2R» – «Region to Region» моделен атаны.

Республика Башлығы Италия бизнесмендарын 2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ, ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле советтарында ҡатнашырға саҡырҙы.

Италия Башҡортостандың алдынғы уҙаҡташтарының береһе булып тора. Ул тышҡы сауҙа әйләнеше күләме (2013 йылда – 1,2 миллиард доллар) буйынса дүртенсе урынды биләй. Был сумманың 90 проценттан ашыуы экспорт поставкаларына тура килә. Республиканың Италияға поставкалаған төп тауарҙары иҫәбендә нефть һәм нефть продукттары. Башҡортостанға машина эшләү, химия һәм металлургия сәнәғәте продукциялары индерелә. Республика иҡтисадында тупланған Италияның инвестициялар күләме 2013 йыл аҙағына 1,9 миллион доллар тәшкил иткән. 13 уртаҡ предприятие эшләй.