10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2014 йыл, 17:50

Өфөлә «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Кесе йома, 27 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Конкурс республика халҡын китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижади мираҫын өйрәнеү маҡсатында республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли китапханаһы тарафынан уҙғарыла. Эштәр өс номинацияла баһаланды: «Тормош прозаһы» (сәсмә әҫәр жанрындағы иң яҡшы китап), «Сиктәрһеҙ шиғриәт» (шиғриәт жанрындағы иң яҡшы китап) һәм «Яратҡан тарихи китап».

Конкурста республика райондары һәм ҡалаларынан 120-нән ашыу эш (видеоролик) ҡатнашты. Атап әйткәндә, «Тормош прозаһы» номинацияһында 57 буктрейлер ҡатнаша. «Бәйләнештә»ге «Башҡортостан китапханаһы» төркөмөндә «Халыҡ тауыш биреү еңеүсеһе» бүләгенә тауыш биреү уҙҙы. 19 район һәм ҡаланан 29 китапханасы, өс тележурналист һәм бер уҡыусы еңеүсе тип иғлан ителде, уларға бүләк сертификаттары тапшырылды. Уҡыусылар яратып уҡыған китаптар авторҙары дипломдар менән бүләкләнде.

Шул уҡ көндө Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән бергәләп ойошторолған «Автограф көнө» уҙҙы. Уҡыусыларҙың билдәле авторҙар менән аралашыу һәм уларҙан автографтар алыу мөмкинлеге булды.