4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2014 йыл, 16:17

Мәҙәниәт йылы штандартын В.И.Лениндың йорт-музейы ҡабул итте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә В.И.Лениндың йорт-музейы Мәҙәниәт йылы штандартын ҡабул итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны символы ноябрҙең башынан алып Өфөлә һәм эстафета буйынса ҡала мәҙәниәт учреждениеларына тапшырыла.

Штандартты пионер линейкаһы стилендә ҡабул иттеләр. Йәш ленинсыларҙың ватансыллығына хөрмәт күрһәтеп, директор Нәркәс Хөббөтдинова етәкселегендә музей хеҙмәткәрҙәре отряды пионер галстуктары тағып, барабан һуғыуы аҫтында тантаналы рәүештә эстафетаны ҡабул итеп алды, тип һөйләнеләр Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығында.

Программала БР атҡаҙанған рәссамы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы Йәлил Сөләймәнов, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте музейы хеҙмәткәрҙәре, Лениндың йорт-музейы ветерандары, крайҙы өйрәнеүселәр, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары ҡатнашты.

Сара сиктәрендә Илдар Ғатауллиндың «Заманса технологияларҙы ҡулланып боронғо тарихи экспонаттарҙы һаҡлап ҡалыу» оҫталыҡ класы уҙҙы. Реставратор башҡорт милли костюмдарын реконструкциялау, шулай уҡ элекке милли биҙәүестәрҙе 3D-баҫып сығарыу менән шөғөлләнә. Ул 3D-принтерында эшләгән донъялағы беренсе милли костюмды күрһәтте.

Иртәгә, 28 ноябрҙә, Мәҙәниәт йылы штандарты тантаналы рәүештә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте музейына тапшырыласаҡ, шулай уҡ музей буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.