Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Республика Йортонда кесе йома, 27 ноябрҙә, дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Күп йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри уңыштары өсөн хөкүмәт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов 36  кешегә — сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙы. Ул Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы һәм уларға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Һеҙ төрлө өлкәләрҙә, тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе күп нәмә — юғары профессионализм, бурыс тойғоһо, яуаплылыҡ, илһөйәрлек берләштерә. Үҙегеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ менән тыуған республика, бөтә илебеҙ үҫешенә мөһим өлөш индерәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте тантанала ҡатнашыусыларға Сергей Молчанов.

Тантана барышында Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Нефтекама электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе һәм БР Транспорт идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Горбунов, Әлшәй районы хакимиәте финанс идаралығының бюджет бүлеге начальнигы Ынйы Муллағәлиева, «Эре панелле йорт төҙөлөшө» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Станислав Саркисянц, БР «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең профсоюз комитеты рәйесе Людмила Тарасенкова бүләкләнделәр.

Урал дәүләт юридик университетының Өфө филиалы художество етәксеһе Ришат Ғәлиханов һәм Өфө ҡалаһының «Нурғәлиев» эстрада-фольклор төркөмө художество етәксеһе Әнүәр Нурғәлиев республиканың атҡаҙанған артистары булды.

Хоҡуҡ институты директоры, профессор, Башҡорт дәүләт университетының криминалистика кафедраһы мөдире Илона Макаренко «БР атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды.

«БР атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеме БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш иҡтисадсыһы Тамара Голубеваға бирелде.

Шулай уҡ фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, табиптарға, уҡытыусыларға, төҙөүселәргә, энергетиктарға, транспорт, урман сәнәғәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә республиканың атҡаҙанған наградалары тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть