Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проектын ҡараны. Новелла Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет тарафынан әҙерләнгән.

Закон проекты республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең исемен үҙгәртеү менән бәйле һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм хоҡуҡ гарантияларын билдәләй: һайлау тәртибе, ҡабул ителәсәк анттың тексы, дәүләт менән идара итеү өлкәһендәге ҡануни вәкәләттәр, уларҙы ваҡытынан алда туҡтатыу тәртибе, биреләсәк айырым хоҡуҡтар, отставкаға киткәндән һуңғы статус.

Комитет рәйесе Виктор Пчелинцев аңлатыуынса, 2014 йылдың 4 мартындағы федераль ҡануниәткә ярашлы Башҡортостан Конституцияһына республиканың юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын икенселәй исемләү тураһындағы төҙәтмәләр индерелде. Күсмә осор үткәндән һуң, йәғни 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙгәрештәрҙең ҡануни рәүештә үҙ көсөнә инеүе беркетелгән. Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет РФ һәм БР Конституцияларына ярашлы республика Башлығы эшмәкәрлегенең дөйөм хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм гарантияларын билдәләүсе закон проектын әҙерләгән.

Депутаттар проектты беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть