10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2014 йыл, 12:53

Республикала 414 кешенең йыллыҡ табышы 10 миллион һумдан ашыу

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республиканың 414 һалым түләүсеһе 2013 йылдағы табышын 10 миллион һумдан ашыу күләмдә тип декларация яһаған. Улар араһында – дүрт нотариус, 289 шәхси эшҡыуар һәм 121 физик шәхес. Декларация кампанияһының ноябрь башына ҡарата торошо хаҡында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Төп 3-НДФЛ декларациялар массаһында (74,8 процент) бер миллион һумға тиклемге табыштар бирелгән. Декларацияларҙың 5,8 процентында табыштар 1 миллиондан алып 10 миллион һумға тиклем күрһәтелгән.