9 декабрь, Йома

27 ноябрь 2014 йыл, 12:36

БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары итеп Наил Ғиззәтуллин һайланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Наил Ғиззәтуллин Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайланды. Ҡарар республиканың Закондар сығарыу Йыйылышында кесе йома, 27 ноябрҙә, ҡабул ителде. Алдан парламентарий Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй.

Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын, ағымдағы йылдың октябрендә Дәүләт Думаһының Энергетика комитеты составына ингән, Рөстәм Ишмөхәмәтов биләне. Профилле комитеттар ултырыштарында оптималләштереү маҡсатында вакантлы вазифаны эске күсереп ҡуйыу ысулы менән алмаштырырға ҡарар ителде.

Хәҙер Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветеран эштәре комитетында бер генә урынбаҫар — Альбина Буранғолова.