11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ноябрь 2014 йыл, 11:57

Башҡортостанда эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятиеларҙы билдәләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие» V республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгенең ойоштороусылары – Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың маҡсаты – эшләүсе балалы ҡатындарҙың хеҙмәт һәм социаль хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу буйынса шарттар булдырыу. Шулай уҡ сара социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә хеҙмәт баҙарында кире тенденцияларҙы таратыуға юл ҡуймау, профессиональ һәм ғаилә бурыстарын һөҙөмтәле һәм уңайлы берләштереү өсөн шарттар булдырыу өсөн ойошторолған.

Йыл һайын конкурста республиканың күпселек ойошмалары ҡатнаша. Ойоштороусылар айырым химия тармағы сәнәғәте предприятиеларын, дәүләт һәм йәмәғәтте хеҙмәтләндереү учреждениеларын, «Нефтегазстройпрофсоюз», торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын билдәләй.

Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса, иҡтисадтың бюджет секторы ойошмалары араһында Өфөнөң 52-се поликлиникаһы еңеү яуланы. 5000 кешегә тиклем эшләүселәр һаны менән бюджеттан тыш иҡтисад секторы ойошмалары категорияһында беренсе урынға БР Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты лайыҡ булды. Хеҙмәткәрҙәр һаны 5000-дән ашыу кеше булған предприятиелар араһында «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңде.

Призерҙарҙы декабрҙә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ултырышында бүләкләйәсәктәр.